Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Апрель 2020, 20:05

#Өйҙә ултырабыҙ

Бөгөн коронавирусҡа бәйле, күптәр өйҙә ултырырға мәжбүр. Әммә кәйефте төшөрмәйбеҙ, дуҫтар! Ял көндәрен ғаиләбеҙ менән бергә үткәрәйек, тәмле-татлы ризыҡтар бешереп яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.

Тауыҡ итенән тәмле ризыҡ
Уның өсөн ике ҙур киҫәк тауыҡ ите, бер помидор, 80 грамм сыр, гәрсис, кунжут, киптерелгән йәшел тәмләткестәр алабыҙ.
Помидорҙы уртаға, сырҙы киҫәкләп ҡырҡабыҙ. Тауыҡ итен гармун формаһында киҫкеләп сығабыҙ. Тәмләткестәр менән гәрсисте бергә бутап, иткә һылайбыҙ.
Иттең киҫелгән урындарына сыр менән помидор ҡыҫтырабыҙ. Артабан уны формаға теҙеп, эргә-тирәһенә кунжут һәм кипкән әнис һибәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 30 минут бешерәбеҙ. Ит һутына һеңеп бешә.
Эремсектән ҡатлы печенье
150-200 грамм он, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, 200 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, 1/3 сәй ҡалағы тоҙ, ванилин кәрәк.
Тәүҙә эремсеккә аҡ май, шәкәр, ванилин, йомшартҡыс, тоҙ һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан уны һыуытҡыстан сығарып, өс өлөшкә бүләбеҙ. Дүртмөйөш формаһында ҡамыр йәйәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Икенсе, өсөнсө ҡатына ла шулай уҡ йәйеп шәкәр һибәбеҙ ҙә дүртмөйөш формаһында киҫкеләйбеҙ.
Артабан формаға теҙәбеҙ. Мейесте 210 градуста тиклем йылытып, 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Еңел яһала торған салат
Бының өсөн бешкән тауыҡ ите, ҡара емеш һәм консервланған ананас кәрәк буласаҡ.
Бөтә ингредиенттарҙы шаҡмаҡлап йәки оҙонса итеп турайбыҙ һәм майонез һалып бутайбыҙ.
Тиҙ пицца
2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы майонез һәм 3 аш ҡалағы ондо яҡшылап бутайбыҙ. Ҡамырҙы табаға һалабыҙ. Уның өҫтөнә ваҡ итеп туралған колбаса, һуған ҡатламы, помидор (туңдырылған булһа ла ярай) һалабыҙ. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ һәм духовкала бешерәбеҙ.
Читайте нас: