Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Декабрь 2019, 17:55

Телефонығыҙ оҙаҡ хеҙмәт итһен

Телефон экранына төҫө бик асыҡ фотообой ҡуймағыҙ.

Ваҡытты, килгән хаттарҙы тикшергәндә, ул гел асыла һәм телефондың энергияһын кәметә. Аҡлы-ҡаралы фотообойҙар отошлораҡ. Телефонды йыш ҡулда тотмағыҙ. Ҡул йылыһы менән уның батареяһы ҡыҙа, энергияһы кәмей. Электрға ҡуйыу портын даими таҙартып тороғоҙ. Унда туҙан, сүп тула. Бының өсөн мамыҡлы таяҡсыҡ ҡулланырға була. Экранды автомат әйләнеү режимында тотмағыҙ. Уны кәрәк саҡта ғына ҡуйып алырға була. Был режим өсөн акселерометр—электр энергияһын күп сарыф итә торған махсус датчик яуаплы. Телефонда асылған программалар ҡалдырмағыҙ. Фон режимында эшләгәндә лә энергияны бөтөрәләр. Экрандың яҡтылығын иң юғары ҡуйыуҙың кәрәге юҡ. Вибрацияға ҡуймағыҙ. Был функция күп энергия сарыф итә. Уны кәрәк ваҡытта ғына ҡабыҙып алырға була. GPS, Bluetooth һәм Wi-Fi режимдарын ҡулланыуға һүндерергә кәрәк.
фото/Pixabaу
Читайте нас: