Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Декабрь 2019, 12:25

Өйрәк ите менән картуф

Ҡыш етте. Ауылда халыҡ һуғым, ҡош-ҡорт һуя. Бөгөн өйрәк итенән тәмле ризыҡ тәҡдим итәбеҙ.

Уның өсөн беҙгә өйрәктең түш ите – 500 грамм, картуф – 400 грамм, башлы һуған – бер дана, кишер – бер дана, һарымһаҡ – ике тырнаҡ, ҡара борос – бер семтем, ҡаймаҡ – ике аш ҡалағы, көнбағыш майы – ҡурыр өсөн, петрушка, черри помидоры – өҫтәлгә ҡушып бирер өсөн, тәмләткес (паприка) ике аш ҡалағы кәрәк буласаҡ. Тәүҙә өйрәктең түш итен тышы менән һалам формаһында ваҡлап турайбыҙ. Ҡоро табала итте майы ағып сыҡҡансы ҡурабыҙ. Һуғанды, кишерҙе нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа табаға өҫтәп ебәрәбеҙ. Итте бешкәнсе бешерәбеҙ. Кәрәк булһа, ярты стакан йылы һыу өҫтәйбеҙ. Шунан табаға ҡаймаҡ, һарымһаҡ, борос, тоҙ һалып болғатабыҙ. Артабан картуфты ҡабығы менән тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Әрсеп, киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ ҙә паприкаға әүәләп, айырым табала көнбағыш майында ҡурабыҙ. Картуф менән итте өҫтәлгә йәшелсәләр менән ҡуйырға була.
фото/яндекс
Читайте нас в