Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноябрь 2019, 18:41

Эй, тәмле лә һуң кәбеҫтә...

Быйыл кәбеҫтә бик уңды. Күп кенә хужабикәләр уны күптән инде тоҙлап ҡуйҙы, төрлө салаттар яһай, тәмле ҡамыр ризыҡтары бешереп яҡындарын ҡыуандыра.

Кәбеҫтәнең файҙаһы ла күп, ул кеше организмына күп яҡлы йоғонто яһай, ти белгестәр. Аҡ, ҡыҙыл күсәнле, сәскәле кәбеҫтә, брокколи, Брюссель, Пекин, ҡытай кәбеҫтәләре, кольраби – ниндәй генә төрҙәре юҡ уның! Бөтәhенең дә составында аҡһым, углеводтар (глюкоза менән фруктоза, пектин матдәләр), күҙәнәклек бар. Микро һәм макроэлементтар – калий, магний, фосфор, кальций, тимер һәм А, В1, В2, В6, С, Е витаминдары күп.

*Кәбеҫтә ҡан тамырҙарын таҙарта һәм атеросклероздың көсәйеп китеүен тотҡарлай, күҙәнәкле туҡымаһы организмдан холестеринды һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы сығара. Кәбеҫтә артыҡ тән ауырлығынан яфаланыусылар һәм диабетиктар өсөн дә файҙалы. Уның һутын һалҡын тейгәндә лә ҡулланалар.

*Организмға С витамины етешмәүҙе бөтөрөүҙең иң ябай, осһоҙ һәм тәмле алымы – көн һайын бер аҙ тоҙло кәбеҫтә ашау.

*Аяҡ-ҡулдар бәрелгәндә һәм шешкәндә кәбеҫтә япраҡтары менән компресс яһарға мөмкин. Ә инде кәбеҫтә япрағына бал һылап, төнгөлөккә шешкән урынға ҡуйһаң, файҙаһы тағы ла күберәк.

Читайте нас: