Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ноябрь 2019, 14:03

“Зебра” бәлеше

Буйлы-буйлы булғанға, уны “Зебра” тип атағандар.

Уны әҙерләү өсөн 300 грамм он, өс йомортҡа, 250 мл кефир, 160 грамм шәкәр, дүрт аш ҡалағы какао, ванилин, тоҙ, бер сәй ҡалағы сода, биш грамм аҡ май, форма өсөн ике аш ҡалағы он алына.


Тәүҙә һауытҡа кефир, шәкәр, тәм буйынса тоҙ, ванилин һалып болғатабыҙ. Он, сода өҫтәп бергә бутайбыҙ. Икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөнә какао һалып болғатабыҙ.


Артабан бешерә торған форманы көнбағыш майы менән майлайбыҙ ҙа өҫтөнә он һибеп сығабыҙ. Формаға аҡ һәм шоколад төҫөндәген аралаштырып түңәрәк формаһында шыйыҡса ҡоябыҙ.. Өҫтөнән тулҡын һымаҡ биҙәк тә эшләргә мөмкин. 190 градусҡа тиклем йылытылған духовкаға 25-30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.


фото/Яндекс
Читайте нас: