*Ҡатынығыҙға өйләнешмәҫ борон йөрөгән бер нисә ҡыҙығыҙ булғанлығы тураһында әйтә алаһығыҙ, әммә уларҙы йыш иҫкә алып, тормош иптәшегеҙ менән сағыштыра күрмәгеҙ.
*Эшегеҙҙәге проблемалар хаҡында ҡатынығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Яҡшы тормош юлдашы һәр саҡ һеҙгә терәк булыр, ярҙам итер.
*Тормош иптәшегеҙгә уның кәүҙәгә таҙарып йәки ябығып китеүе хаҡында белдерергә ашыҡмағыҙ.
*Ҡатынығыҙға ситтән ингән аҡсалар тураһында ла әйтергә онотмағыҙ. Ғаилә бюджеты мотлаҡ уртаҡ булырға тейеш.
*Эшегеҙҙә сәбәпле-сәбәпһеҙ һүҙ ҡуҙғатыусы ҡатын-ҡыҙ булһа, уның тураһында ғаиләгеҙҙә һөйләмәгеҙ.
*Юлда штраф түләһәгеҙ, беренсе сиратта ҡатынығыҙға әйтегеҙ. Ғәйеп хисен күңелегеҙҙә йөрөтмәгеҙ.
*Эштән һуңлап ҡайтһағыҙ, сәбәбен әйтегеҙ.
*Иң мөһиме - ҡатынығыҙға иғтибарлы, яғымлы булығыҙ. Иртә-кис "яратам" һүҙен әйтеүҙән тартынмағыҙ.