Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Октябрь 2019, 13:10

Тырышлыҡ, уңғанлыҡ – ярты бәхет асҡысы.

Тормошта нимәгәлер өлгәшәйем тиһәң, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һал!

1. Иренмә, иртә тор.

2. Һәр көнөңдө Хоҙайға рәхмәт әйтеүҙән башла.

3. Көнөңдө алдан планлаштыр.

4. Маҡсат ҡуй, әммә уға ныҡ бәйле булма.

5. Насар уйлы, гел зарланған кешеләрҙән алыҫ тор.

6. Дошмандарыңды, һине йәберләгәндәрҙе ғәфү итә бел.

7. Хыялдарыңа тоғро ҡал.

8. Эштәреңде кинәнеп башҡар.

9. Тик үҙеңә генә ышан.

10. Алған килемдәреңдән мәрхәмәтлелек күрһәт.

11.Ваҡытлы матбуғат менән танышып бар, китаптар уҡы.

12. Үткәндәр менән йәшәмә.

13. Маҡсаттарыңа ирешеү өсөн көн һайын уға бәйле берәй ғәмәл ҡыл.

14. Онотма: тырышлыҡ, уңғанлыҡ – ярты бәхет асҡысы.

Фото/Яндекс
Читайте нас: