Битегеҙҙә ҡара нөктәләр (черные точки) бармы?
Уларҙан тиҙ арала ҡотолорға бал менән лимон ярҙам итәсәк. Бәләкәй лимонды ҡап урталай бүлергә лә, 3-4 тамсы бал тамыҙырға. Ошо лимон менән битегеҙҙе ышҡығыҙ. Айырыуса ҡара нөктәләр күпләп сыҡҡан танауға, эйәккә, бит остарына иғтибар бүлегеҙ. 5 минуттан һуң һалҡынса һыу менән сайырға.
Был рецепт шулай уҡ пигмент таптарҙы төҫһөҙләй.
Дөрөҫ макияж һалыу серҙәре
Мәҫәлән, күҙ ҡабағына инлек (тень) һөрткәндә нимәләргә иғтибар итергә.
*Күҙҙәр ҙурыраҡ күренһен өсөн асыҡ төҫтәге инлекте ҡаш аҫтына һөртәләр.
*Сағыу инлекте тик кис ҡулланалар. Ә көндөҙ һоро, йәшел, аҡһыл көрән төҫтәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ.
*Әгәр күҙ ҡабағы тар икән, ялтырап торған һәм перламутр инлек һөртмәгеҙ.
*Күҙегеҙ төпкә батыңҡырап торһа, һайлап алған инлекте өҫкө күҙ ҡабағына һәм аҫҡыһының тышҡы мөйөшөнә лә һөртөгөҙ. Уны бәләкәй биҙәнгес бумала менән ҡашҡа табан йүнәлтеп таратығыҙ.
*Күҙ ҡабағы шешмәкләнеп торһа, инлекте күҙ ҡабағының аҫҡы өлөшөнә һәм күҙҙең мөйөштәренә өсмөйөш рәүешендә һөртөгөҙ.
*Күҙ төҫөндәге инлекте һайлаһағыҙ, күҙҙәр сағыулығын юғалтыр.
*Алһыу инлекте үҙ итһәгеҙ, керпектәрҙең эргәһенә иң элек ҡарараҡ төҫтәге инлекте һөртөгөҙ, унан һуң алһыуын ҡулланығыҙ, юғиһә күҙҙәр шешенгән кеүек күренер.
***Физик күнекмәләр тән өсөн генә түгел, биткә лә файҙалы.
*** Иртән битте боҙ киҫәге менән ышҡыу дәрт өҫтәй, тирене дымландыра.
***Кистән иренгә бал һөртһәң, ул нәфисерәк була.
***Алма йәки баҡса еләген ашау тештәр өсөн дә файҙалы. Улар ауыҙ ҡыуышлығын сафландыра, тештәрҙе ағарта.
***Сәс ебәк кеүек йомшаҡ булһын, ялтырап торһон тиһәгеҙ, бер йомортҡаға бер ҡалаҡ дегәнәк майынан бутап эшләнгән ҡатнашманы һөртөргә кәрәк. 10 минут тотҡас, ҡатнашма шампунһыҙ йыуып алына.
Фото/Яндекс