*Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы - юҡмы икәнлегенә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланма юҡ икән, өйҙәге бәләкәй балалар уны һыу тултырылып эшләп торғанында аса алалар.
*Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
*Күп фатирҙарҙа һыуға счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда һыу күләмен күпме ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
*Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
*Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотаж керҙе йыуыу өсөн , мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
*Иң төп параметрҙарҙың береһе - керҙең һыйҙырышлығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән, 3,5-4 кг, ҙур ғаилә икән 5 килолығы ла ҡулай.
*Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.
*Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар.
Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!