+16 °С
Ясна
Алмаларҙы йыуып, ҡабығын таҙартырға, өлөшләп турарға, бер аҙ һыу ҡушып (бер биҙрә алмаға яҡынса 1 стакан һыу), утҡа ҡуйырға. Бешкән массаны блендер аша үткәрергә. Шәкәр ҡушып, әҙер булғансы ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға һалырға һәм ҡапҡастарын ябырға.
Был рецепты ҡара емеш (слива) өсөн дә ҡулланырға мөмкин. 1 килограмм сливаға 600-700 г шәкәр, 1 аш ҡашығы лимон һуты алына. Шулай уҡ алма-ҡара емеш повидлоһы ла яһарға мөмкин.
фото/Яндекс