1 литр һөткә 3 йомортҡа, 1, 5 ҡалаҡ тоҙ (балғалаҡ түгел!), 400 грамм кефир (ҡуйыраҡ булған һайын яҡшы).
Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ ҙа талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк.
Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер!
Теләүселәр - йәшел тәмләткес, тоҙло сыр яратыусылар тоҙон күберәк ҡуша ала.
Фото/ бесплатный фотобанк