Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Июнь 2019, 18:58

Ҡыярҙан нисек мул уңыш алырға

Эҫе ҡояшлы көндө ҡыярға тәүлегенә өс литр һыу һибергә кәрәк.

Кемдәр был культураны “ҡоро паек”та тота, уларға уңышһыҙ ҡалыу хәүефе янай.

Ҡыяр үҫеп кенә килгәндә һыуҙы иртән, ә инде сәскә атҡанда һәм ҡыярҙары күренә башлағас, кисен һибеү яҡшыраҡ. Әйткәндәй, һәр ваҡыт ҡояшта йылынған йылы һыу һибеү зарур. Шлангынан көслө ағым менән һиптерергә ярамай: ере йыуылып, культураның тамырҙарына, япраҡтарына һәм һабаҡтарына зыян килә.

Ҡыяр өҫтәмә туҡландырыуҙы ла талап итә. Тәүҙә үҫеү осоронда уға фосфор кәрәк. Ә инде ҡыярҙар күренә башлау менән азот менән калийҙы күберәк талап итә. Ләкин азот менән артыҡ мауыҡмағыҙ, уңышта нитраттар күбәйеүе ихтимал.

Ҡыяр бөтә ҡабаҡ һымаҡтар кеүек үк органик ашламалар индереүҙе талап итә. Уны һыйыр тиҙәге (1:10) йәки ҡош тиҙәге (1:25) төнәтмәһе менән ашларға кәрәк. Ҡайһы бер баҡсасылар һәр 15 көн һайын культураны әсегән һөт йәки аскорбин кислотаһы иретмәһе (5 литр һыуға 1 таблетка) менән эшкәртәләр.

Әгәр япраҡтары һарғайып, кибә башлаһа, тимәк, ашлама миҡдары артып киткән. Шунлыҡтан һәр өҫтәмә туҡландырыуҙан һуң иретмәне йыуып төшөрөү өсөн лейка менән һыу һибергә онотмағыҙ.

Теләһә ниндәй өҫтәмә туҡландырыу кәрәгенсә генә булырға тейеш. Тәүге ҡыярҙар күренә башлау менән уларҙың төҫөнә, формаһына, япраҡтарының ниндәй булыуына иғтибар итегеҙ. Әгәр ҡыярҙар аҡһыл-йәшел төҫтә булһа һәм өҫтө ослайып торһа – уларға азот кәрәк. Әгәр өҫкә табан йыуан, ә аҫҡы яғы тарайып торһа йәки ҡыяр кәкерәйһә – калий етешмәй. Әгәр япраҡтары күгелйем ҡараһыу йәшел төҫтә булһа – фосфор менән ашларға кәрәк.

Читайте нас: