Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек ҡышын урманға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡтарыбыҙ һалҡынға бирешмәҫкә көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был һыу менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн, һылыуҙар сәсен йыуған. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа уңмай ҡалмай.
Борон ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ булмағандыр. Әммә бөгөн был шифалы ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәрен һәр кем белеп бөтмәй. Йәштәр ҙә ҡорот әҙерләү менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла бөгөн ҡорот ҡайнатыу серҙәре менән уртаҡлашабыҙ.
*Әнис (укроп), петрушка, йәшел һуған менән туңдырһаң, ашҡа һалырға йәтеш.
*Тәме оҡшаһа, ҡатыҡты ҡайнатҡанда ҡарағат йә сейә япрағы һалып ебәрергә мөмкин (аҙаҡтан уны алабыҙ).
*Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал.