Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Май 2019, 17:47

Сыр һәм һарымһаҡлы картуфтан запеканка

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Ингредиенттары:


* 400 грамм картуф;
* 2 йомортҡа;
* 60 грамм сыр;
* 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
* 1 һарымһаҡ теше;
* тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр.


Әҙерләү:


Бәрәңгене эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшел тәмләткестәрҙе турап ҡушып, иҙмәне ҡоябыҙ.


Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Читайте нас: