Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
10 Декабря 2018, 09:56

Мул булһын табындар!

Тиҙ ҙә, тәмле лә, матур ҙа

Беҙгә кәрәк:
* 2 сөгөлдөр
* 150 гр ҡаты сыр
* 1 ус йөҙөм
* 3 уртаса ҙурлыҡтағы кишер
* 3 теш һарымһаҡ
* 1 ус грек сәтләүеге
* майонез.
Кишер менән сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ. Һыуынғас, һәр ҡайһыһын айырым тәрилкәгә ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сырҙы ла ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ, сәтләүекте онтайбыҙ. Йөҙөмдө ҡайнар һыуға һалып ебетеп алабыҙ.
Салат ҡатлап эшләнә:

1-се ҡат: кишерҙе майонез һәм йөҙөм менән бутайбыҙ ҙа йәйеп һалабыҙ.

2-се ҡат: майонез, һарымһаҡ һәм сырҙы бергә бутайбыҙ.

3-сө ҡат: майонез, сөгөлдөр һәм сәтләүекте бергә бутайбыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото: Яндекс
Читайте нас