Бер стакан ойоған һөткә бер стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ сода һалып болғатырға. Он ҡушып, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ итеп баҫырға ла ике сантиметр ҡалынлығында йәйергә кәрәк. Артабан түңәрәкләп ҡырҡып (кемгә ниндәй форма оҡшай, шулай мөмкин), мейескә ҡуйырға ғына ҡала. Перәниктәр 20 минутта бешеп сыға.