-2 °С
Болотло
Еңелсә йәйге салат
Бешкән ике йомортҡаны, ҡыярҙы ваҡ итеп турарға һәм йәшел тәмләткестәр: ҡуҙғалаҡ, укроп, йәшел һуған, салат япрағы ҡушырға. Ҡаймаҡ һалып бутарға.
Бер стакан кефирға 0,5 балғалаҡ сода һалырға һәм 10-20 минут тоторға. Ул арала 3-4 кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. 3 йомортҡаны 3-4 аш ҡалағы бал ҡушып күпертергә һәм кишер ҡатнашмаһына һалырға, 1 стакан он өҫтәргә. Ике бананды блендерҙа иҙергә, кефир һалырға һәм яҡшылап бутарға. Ҡамырҙы формаға ҡойорға һәм 40-50 минут духовкала бешерергә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!