Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Июль 2018, 13:36

Ҡояшта ҡыҙыныу ҡағиҙәләре

Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә.

Иртәнге сәғәттәрҙә ҡыҙынып ҡалырға тырышығыҙ йә булмаһа – сәғәт дүрттән-биштән һуң. Ун бер менән көндөҙгө дүрт араһында ҡояш нурҙары айырыуса әүҙем, улар тирегеҙҙе бешереүе ихтимал.
*Беренсе тапҡыр ҡыҙынғанда, ҡояш аҫтында биш минуттан артыҡ булмағыҙ.
*Ҡояшҡа сығыр алдынан минераль майҙар нигеҙендә эшләнгән крем һөртмәгеҙ. *Эфир майҙары һәм еҫле май ҡулланмағыҙ.
*Тирегеҙгә ҡояштан һаҡлай торган крем һөртөгөҙ. Бындай майҙарҙың ҡайһы береһендә “SPF” тип яҙылған билдә эргәһендә сифат күрһәткесе лә була. Мәҫәлән, “SPF-50” тип яҙылһа, был крем тире сәләмәтлеген ультрафиолет нурҙарҙан 50 тапҡырға нығыраҡ һаҡлай.
*Башығыҙға эшләпә йә иһә панама кейегеҙ, күҙлек алырға ла онотмағыҙ.
*Пляжда лимонлы һыу эсеү дөрөҫ.
*Һыуға яҡыныраҡ булған һайын тиҙерәк ҡартаяһың. Һыуҙан сығып һөртөнмәгән осраҡта ла ҡояш нурҙары тиҙерәк “ашай”.
*Ҡояшлы көндә спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай.
*Ас килеш ҡыҙыныу ҙа тыйыла.
*Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә. Тирегеҙ ҡартай­маһын тиһәгеҙ, ҡояштың зарарлы нурҙарынан һаҡланыу өсөн туҡланыу рационығыҙҙа сәтләүек, үҫемлек майы ла ҡулланығыҙ. Улар Е витаминына һәм селенға бай. Шпинат, кәбеҫтә, һуған ирекле ра­дикалдарҙан һаҡлай.
*Ниндәй ҙә булһа дарыу йә башҡа дауаланыу сараһын даими ҡулланған булһағыҙ, табип менән кәңәш­ләшмәйенсә ҡыҙына күрмәгеҙ. Күп синтетик дарыуҙар, айырыуса төрлө үләндәрҙән эшләнгәндәре ҡояш нурҙарының зарарын көсәйтә генә.

Читайте нас: