Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Июнь 2018, 18:12

Онлайн-кассалар өсөн һалым ҡайтармаһы

“Контроль-касса техникаһы ҡуйған өсөн һалым ҡайтармаһы була тип ишеткәйнем, был дөрөҫмө?” – тип һорай шәхси эшҡыуар.

- Теркәлгән килемгә берҙәм һалым системаһы йәки һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса эшләүселәр онлайн кассалар алыуға киткән сығымдарын иҫәпләй ала. Ваҡлап һатыу һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған һәм ялланған хеҙмәткәрҙәре булған эшҡыуарҙар һалым ҡайтармалары алыу өсөн онлайн кассаларын 2018 йылдың 1 июленә тиклем теркәргә тейеш, - тип яуап бирҙеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 31-се район-ара инспекцияһында.

- Һалым ҡайтармаһы өсөн иҫәпләнгән сығымдар суммаһы һәр касса буйынса 18 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта сығымдарға контроль-касса техникаһы, фискаль тупланма, программалы тәьмин итеү кеүек ҡорамалдар һатып алыуға киткән, шулай уҡ уларҙы көйләү хеҙмәттәре хаҡтары ла индерелә. Сығымдар документтар менән иҫбатланырға тейеш.

Читайте нас: