Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Май 2018, 11:34

Ҡарағат һәм крыжовник үҫтерәбеҙ

Ҡарағат менән крыжовник айырыуса йыш таралған емеш культуралары булып һанала. Әммә күптәр уларҙы дөрөҫ үҫтермәй.

Ҡарағат менән крыжовник айырыуса йыш таралған емеш культуралары булып һанала. Әммә күптәр уларҙы дөрөҫ үҫтермәй. Йыш ҡына емештәре ваҡ һәм аҙ булған ҡыуаҡтарҙы күрергә мөмкин. Әгәр уларҙы дөрөҫ тәрбиәләһәң, ғаилә өсөн 3-4 ҡыуаҡ та етә. Был культураларҙы үҫтереүҙең айырыуса һөҙөмтәле юлын аңлатып үткем килә.

Ҡара ҡарағатты вертикаль түгел, ә яҡынса 45 градуслы мөйөш аҫтында һәм быға тиклем үҫенте үҫкән тәрәнлектән 5-7 сантиметрға тирәнерәк итеп ултыртығыҙ. Был һабаҡтар һанының тиҙерәк артыуына булышлыҡ итәсәк. Аҫтан 5-6 бөрө ҡалдырып, үҫентенең бөтә һабаҡтарын бер аҙ киҫеп сығығыҙ.

Киләһе яҙҙа ҡыуаҡта иң көслө 4 һабаҡ ҡалдырып, ҡалғандарын төбөнә тиклем киҫегеҙ һәм көслө һабаҡтарҙың осон 5-10 см оҙонлоғонда киҫеп ташлағыҙ. Көҙгә һабаҡтарҙа ботаҡтар барлыҡҡа киләсәк һәм ҡыуаҡ эре емештәр бирәсәк, шулай уҡ аҡһыл төҫтәге яңы һабаҡтар ебәрәсәк. Киләһе яҙ остарын киҫеп йәнә иң көслө 4 һабаҡ ҡалдырығыҙ. Бер йылдан һуң да шул уҡ эште ҡабатлағыҙ. Бишенсе йылға һеҙҙең ҡыуаҡта 16 һабаҡ емеш бирәсәк. Һәр һабаҡ 4 йыл яҡшы уңыш бирә, бишенсе йылға уңыш аҙыраҡ һәм емештәре лә вағыраҡ була. Шуға ла алтынсы йылға һәм киләһе йылдарҙа яҙын 4 ҡарт һабаҡты киҫеп алығыҙ, ә бер йыллыҡ йәш һабаҡтарҙан йәнә иң көслө дүртәүһен ҡалдырығыҙ. Ошондай система буйынса ҡыуаҡтан 12-15 йыл файҙаланырға мөмкин. Артабан уны соҡоп алып ташлағыҙ, ә яңы ҡыуаҡты икенсе урынға ултыртығыҙ. Элекке урынға ултыртырға кәңәш итмәйем, сөнки уңыш аҙ буласаҡ, тупраҡ ял итмәгәнлектән, ҡыуаҡ йыш сирләйәсәк. Был башҡа культураларға ла ҡағыла.

Мин ҡара ҡарағаттың төрлө сорттарын ултыртып ҡараным һәм, беҙҙең зонанан алыҫ булмаған урында сығарылған сорттар ғына яҡшы үҫә, тигән һығымтаға килдем. Айырыуса Валовая (иртә), Шишмә (уртаса өлгөрөүсе) һәм Кушнарен (һуң өлгөрөүсе) сорттарын ултыртырға тәҡдим итәм.

Крыжовник һәм ҡыҙыл ҡарағаттың (аҡ, алһыу – ҡыҙыл ҡарағат төрҙәре) һәр һабағы 5-6 йыл яҡшы уңыш бирә. Шунлыҡтан ҡыуаҡта 18 һабаҡ ҡалдырырға һәм йыл һайын уларҙың өсәүһен алмаштырырға (иҫке өс ботаҡты киҫәбеҙ, ә яңыларынан өсәүҙе ҡалдырабыҙ) кәрәк. Ҡыуаҡтарҙы бер урында 15-18 йыл тоторға мөмкин.

Хәҙер крыжовниктың энәһеҙ сорттары бар. Уларҙың беҙҙең зона өсөн иң яҡшылары - Черносливовый, Сенатор, Кооператор һәм Берилл сорттары. Аҡ ҡарағаттың – Уральская белая, алһыу ҡарағаттың – Розовый жемчуг һәм ҡыҙыл ҡарағаттың Джонкер ван тетс, Натали һәм Лучезарная сорттары уңышты күп бирә.

Морис НӘҒИМОВ,

баҡсасы.
Ким ауылы.
Читайте нас: