Диета тоторғамы? Уның ниндәйе генә юҡ. Француздарҙыҡы – кофе hәм енси тормош. Ҡытайҙарҙыҡы – диңгеҙ аҙыҡтары. Япондарҙыҡы – балыҡ менән дөгө. Хатта итальяндар, макарон изделиелары менән дә ябығып була, тип иҫәпләй. Әммә биш көндән hуң, асығыусы эшкә hәләтен юғалта, башы эшләмәй башлай. Шуға күрә үҙегеҙгә яраҡhыҙ диета менән ашауҙы сикләү бигүк отошло алым түгел.
Кеше ҡанда шәкәр әҙәйгәндә асығыу тоя. Тикшереп ҡарағыҙ: бер ҡабым ризыҡ ашағыҙ ҙа, 15-20 минут түҙегеҙ. Шул саҡта ҡанда шәкәр күбәйеп, асығыуығыҙҙы оноторhоғоҙ. Ә беҙ иhә ошо 20 минут эсендә нимә бар – hайлап тормаҫтан бахыр ашҡаҙанға тултырабыҙ: аш, бутҡа, салат, компот h.б. Ябығыу өсөн йәшелсә-емеш кенә ашарға кәңәш итеүҙәре дөрөҫ түгел. Бының өсөн ашҡаҙан менән эсәктәрҙең hап-hау булыуы шарт. Иң дөрөҫө – еңелсә йәшелсә аштары, hурпа эсергә кәрәк. Йәй – ябығыу өсөн ҡулайлы миҙгел. Сөнки эҫелә матдәләр тиҙерәк алмашына.
Йүгерергә, hикерергә, футбол уйнарға, велосипедта йөрөргә, йөҙөргә. Тиҙ ябыҡтыра. Әйткәндәй, йөҙөүҙе белгестәр, иң ҡулайлыhы ти. Йөҙгән саҡта тулыhынса хәрәкәтләнәhең, тын алыу системаhы яҡшыра, иммунитет күтәрелә, сынығаhың.
Тимәк, ябығабыҙ, йәмәғәт! Тик самаһын белеп һәм бер башлағас, ташламайбыҙ!
Һандар һәм факттар