1. Оҙаҡҡа һуҙмай сит телде үҙләштерә башлағыҙ. Бының өсөн көн һайын 30 минут ваҡыт бүлегеҙ.
2. Көн аша өйөгөҙҙө йыйыштырығыҙ. Кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙән ҡотолоу сараһын күрегеҙ.
3. Компьютер уйындарын туҡтатығыҙ.
4. Фастфуд һәм файҙаһыҙ аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ.
5. Иртәнге гимнастиканы ҡалдырма.
6. Көн дә бер үҡ ваҡытта йоҡларға ятырға һәм торорға күнегегеҙ.
7. Режим менән туҡланығыҙ.
8. Аҡсаны һаҡсыл ҡулланығыҙ. Сәйәхәткә нисәлер % йыйып барығыҙ.
9. 7-8 сәғәттән дә кәм йоҡламағыҙ.
10. Һәйбәт нәмәләр тураһында ғына уйлағыҙ. Йышыраҡ йылмайығыҙ.
11. Уңыштарығыҙҙы көндәлеккә яҙып барығыҙ. Кисен ҡаҙаныштарығыҙҙы теркәгеҙ. Иң бәләкәй уңышты ла яҙып ҡуйығыҙ.
12. Тормошто үҙгәртә торған дөрөҫ китаптар уҡығыҙ.
13. Интернетта бер сәғәттән дә артыҡ ултырмағыҙ.
14. Ашар алдынан 10-15 минут элгәре бер стакан һыу эсегеҙ, үегеҙҙе һәйбәтерәк тойорһоғоҙ.
15. Рухығыҙ һәм физик тәнегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ.
16. Ҡуйған маҡсаттарығыҙҙың һүрәтен табып, күренгән урынға элеп ҡуйығыҙ.
17. Тамамларға өлгөрмәгән эштәрегеҙҙе ҡағыҙға яҙып алығыҙ. Уларҙы мотлаҡ тамамлап ҡуйығыҙ.
18. Кәүҙәгеҙҙе төҙ тотоғоҙ.
19. Насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.
20. Кешеләргә яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ. Был һеҙҙең ғәҙәтегеҙгә инеп китһә, бик һәйбәт буласаҡ.
"Шоңҡар" журналынан.