Емеш эслеге менән бәлеш
Яртышар стакан ҡаймаҡ һәм шәкәр ҡомон ҡушып, 150 г йомшартылған аҡ май өҫтәргә, 2 стакан он, 1 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель) һалырға. Ҡамыр баҫып, уны тәрән табаға йәйергә.
Эслек өсөн: 1 йомортҡаға 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы он һәм 1 стакан ҡаймаҡ ҡушып бутарға. Туңдырылған ҡурай еләген ҡамыр өҫтөнә йәйеп, эслекте һалырға. Духовкала (180 градус) бешерергә.
***
2 йомортҡаны 1 стакан шәкәр ҡомо менән күпертеп бутарға, 1 стакан һөт, ярты стакандан аҙыраҡ көнбағыш майы, ванилин, 1 сәй ҡалағы сода һалып, он өҫтәргә һәм ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә. Ҡамырҙы майланған һәм он һибелгән табаға һалғас, өҫтөнә емештәр (туңдырылғаны ла ярай) теҙәбеҙ. 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 30 минут самаһы бешерергә.