-3 °С
Болотло
Йыш ҡына һатып алған орлоҡтарҙың күп өлөшө «буш» була. Шуға ла үҫентеһеҙ ҡалмаҫ өсөн башта уларҙы тоҙло йылы һыуға һалып ҡарарға кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалып иретеп, шуға помидор орлоҡтарын һалып болғатырға. Стакан төбөнә төшөп ятҡандары ултыртырға ярай тигәнде аңлата, өҫкә күтәрелгәндәрен алып ташларға кәңәш ителә. Тоҙло һыуҙан алғас, ултыртаһы орлоҡтарҙы сайҡарға онотмағыҙ.