Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2021, 13:45
Хөрмәтле ветерандарға (Юлай Ғәтиәтуллин)
Май айҙары байрамға байХеҙмәт, татыулыҡ көнөХәтерҙә кескәй флаг тотопУрамдан үткән көнөм.
Еңеү көнө килеп етте
Байрам итәйек бергә.
Илем, халҡым, ерем, тиеп
Ҡан ҡойолған был ерҙә.
Сафтарығыҙ һирәгәйә
Беҙҙең батыр яугирҙар.
Матур тормошта йәшәйбеҙ
Рәхмәтебеҙ ҙур һеҙгә.
«Үлемһеҙ полк» парадында
Атлайыҡ беҙ бер сафта
Һунмәҫ батырлығығыҙ
Хәтеребеҙҙә һәр саҡта.
Еңеүгә мәҙхиә
Йәмле яҙҙар килгән һайын
Еңеү көнөн данлайбыҙ.
Тик күрәлмай был шатлыҡты
Беҙҙең ата-бабабыҙ.
Эльба һыуҙары таҙа
Бормаланып икән аға.
Шул һыуҙарҙы эстеме икән
Фашист тигән диуана.
43-тә атай ҡайтҡан
Ауыр яралар алып.
Яралары һыҙлаһа ла,
Эшләне көсөн һалып.
Һуғыштан һуң беҙ тыуғанбыҙ,
Һигеҙ бала үҫкәнбеҙ.
Инде үҙебеҙ олатай-өләсәй
Матур тормош көтәбеҙ.
Өләсәйҙең дүрт улы
Яуыз дошман баҫып ингәс
Изге Ватаныбыҙға,
Өләсәйем дүрт улын да
Оҙатҡан ил һағына.
Дүрт йыл барған шул һуғышта
Дүрт ул илен һаҡлаған.
Ҡайта алмай тыуған яҡҡа
Сит ерҙә ятып ҡалған.
Илем, ерем, һыуым тиеп,
Дүрт улы башын һалған.
Һуғыш бөткәс өләсәйем
Күҙен алмаған юлдан.
Беҙ ғорурланабыҙ, өләсәй,
Батыр улдарың өсөн
Матур итеп донъя көттөң
Йәлләмәйсә бар көсөн.
Үҙҙәре ҡайтмаһалар ҙа,
Дандары ҡайтты илгә.
Тыныс тормошта йәшәйбеҙ,
Рәхмәтлебеҙ беҙ һеҙгә.
Һалдатҡа
Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә
Ут аша барҙың атлап,
Бөтөн ҡоралың иңеңдә
Ауыр түгелме, һалдат?
Һыуға баттың - ҡоро сыҡтың,
Утта янманың, һалдат.
Йөҙ ҡат ҡамауҙа ҡалһаң да,
Һин йырып сыҡтың, һалдат!
Төндәрен йоҡо күрмәнең
Һин алға барҙың, һалдат,
Күпме тереләй күмелдең,
Тик иҫән ҡалдың, һалдат!
Юлай ҒӘТИӘТУЛЛИН.
Сурай ауылы.
Читайте нас: