Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март 2021, 15:15

Апрелдә иҫтәлекле көндәр

Апрель етһә яҙ етер, иреп-ағып ҡар китер.

1 – Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
Көлкө көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
4 - Геологтар көнө.
6 – Халыҡ-ара спорт көнө.
7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
Һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған диңгеҙселәрҙе иҫкә алыу көнө.
8 – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
11 – Фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө.
Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө.
12 – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө. Юрий Гагариндың йыһанға осоуына - 60 йыл (1961).
13 – Меценатлыҡ һәм хәйриә көнө. Изге Рамаҙан айы һәм ураҙа башлана.
15 – Экология белеме көнө.
16 – Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө.
18 – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө. Башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына - 125 йыл (1896-1938).
19 – Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
20 – Донорҙар көнө.
21 – Урындағы үҙидара көнө.
22 - Ер көнө.
23 – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуҡтары көнө.
24 – Халыҡ-ара йәштәр теләктәшлеге көнө.
25 – Ҡыҙҙар көнө.
26 – Радиация һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө. Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәткә - 35 йыл (1986).
Татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына – 135 йыл (1886-1913).
27 – Рәсәй парламентаризмы көнө.
28 – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө.
29 – Халыҡ-ара бейеү көнө.
30 – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Апрелдең тәүге көндәренән үк ҡар ныҡлап ирей, йылғаларҙа боҙ ҡуҙғала. Шуға уны һыу айы тип атайҙар. Был айҙа йылы яҡтан ҡоштар ҡайта, күп йәнлектәр ҡышҡы тундарын йәйгегә алмаштыра. Апрель аҙағында тәүге сәскәләр күренә.
- Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
- Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
- Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.
- Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
- Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
- Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.
- 1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.
- 12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.
- 15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.
Апрель
Күк зәңгәр ебәк ябынған,
Ҡояш та ихлас көлә.
Ташҡан йылғалар шауынан
Дәртле моңдар һибелә.
Ҡанатын ҡағып, ҡыуанып,
Сыйырсыҡ, ана, һайрай.
Ер өҫтө тора быуланып,
Ә урман кейем һайлай.
Күр, тирә–яҡ сумған йәмгә,
Күңелгә яҡын был ай.
Йомарт апрель нурҙарынан
Ерем яңыра шулай.
Барый НОҒОМАНОВ.
Читайте нас: