Әлшәй хәбәрҙәре
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2021, 10:08

Көнбағыш ҡалдығына һорау ҙур

Башҡортостандың май экстракцияһы предприятиелары быйыл тәүге ике айҙа 314 вагон көнбағыш төпрәһен һәм бөртөклө көнбағыш ҡалдығын экспортҡа оҙатҡан.

Дөйөм алғанда, Шишмә май экстракцияһы заводы һәм “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Литва һәм Латвияның диңгеҙ порттарына 22 мең тоннанан ашыу ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһен ебәргән. Балтик буйынан көнбағыш төпрәһе һәм ҡалдығы ҙур Европа илдәренә экспортлана.

Әйткәндәй, республикала етештерелгән был өҫтәмәләргә Германияла, Бельгияла, Нидерландта һәм Евросоюздың башҡа илдәрендә ихтыяж ҙур. Шул уҡ ваҡытта был продукция ҡатнаш мал аҙығы етештергәндә лә мөһим компонентты тәшкил итә.

Мәғлүм булыуынса, былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса айырым маҡсатлы индикатор 115 миллион долларға еткән. Экспорт структураһында май продукцияһы өҫтөнлөк иткән.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: