Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2021, 16:35

Күңел күптән яҙҙы һағынған...

Иртә яҙҙа төндәр һалҡын була, Күңел күптән йылы һағынған; Шуғалыр ҙа марттың елдәренә Боҙ иретер өмөт һалынған (Фәниә Ғәбиҙуллина).

Март – яҙҙың тәүге айы. Нисек булыр ул, әйҙәгеҙ, һанамыштарға күҙ һалайыҡ.
*Мартта көн менән төн тиңләшә.
*Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
*Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтә йәй елле булыр.
*Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
*Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
*Марттың шартын апрель сығарыр.
*Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
*Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
*Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡҡа һуҙылыр.
***
Мартта иҫтәлекле көндәр
1 – Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
Башҡорт ғаиләһе көнө.
Бөтә донъя бесәйҙәр көнө.
3 – Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт көнө.
8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Масленица аҙнаһы башлана.
10 – Архивтар көнө.
11 – Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әлшәйҙә тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Алексей Никоновтың (1911 – 1937) тыуыуына – 110 йыл.
14 - Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
18 – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө (2014).
Һалым полицияһы көнө.
19 – Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
20 – Рәсәй Эшсе-Крәҫтиәндәр хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған көн (1919).
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа – 55 йәш (1964).
Халыҡ-ара бәхет көнө.
21 – Сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Бөтә донъя ер көнө.
Халыҡ-ара урмандар көнө.
Бөтә донъя шиғриәт көнө.
Науруз байрамы.
22 – Бөтә донъя һыу ресурстары көнө.
23 – Бөтә донъя метеорология көнө.
24 – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.
25 – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
27 – Халыҡ-ара театр көнө.
Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө.
Бәраәт кисе.
Фото:vcatuva.ru
Читайте нас: