Торонтайыш ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡы ла урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн үҙ проекттарын тәҡдим итте.
Улар алдан үткәрелгән йыйылыштарҙа һәм анкета һорауҙарына яуап биргәндә үк үҙ теләктәрен еткергәйне инде. Олоһо ла, кесеһе лә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға кәрәк тигән берҙәм фекергә килде. Шуға ла йомғаҡлау йыйылышында был программа ярҙамында ниндәй мәсьәләне хәл итергә тип, оҙаҡ баш ватмай, берҙәм тауыш менән ауыл аҡһаҡалы Фәнүр ағай Тимерғәлиевтың тәҡдимен хуплап сыҡтылар.
- Хөрмәтле, ауылдаштар, минеңсә, дөйөм ихтыяж өсөн беҙгә техника һатып алырға кәрәк. Ҡышын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе киҫкен тора. Балалар мәктәпкә бара, күптәр район үҙәгенә эшкә йөрөй. Йәйәүлеләргә лә, шоферҙарға ла ҡар баҫҡан юлдарҙан йөрөү еңел түгел, хәҙер бит һәр кемдә тиерлек еңел машина бар. Ә йәй етһә, сүп үләндәрен сабырға кәрәк, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһендә лә, яҙлы-көҙлө төҙөкләндереү эштәрендә лә техникаһыҙ булмай. Ҡыҫҡаһы, трактор беҙгә йыл әйләнәһенә кәрәк, - тине Фәнүр Гәрәй улы.
Махсус ҡорамалы менән тәгәрмәсле трактор һатып алыуға ауыл биләмәһе халҡына 1 миллион 565 мең һум аҡса талап ителә. Йыйылышта ҡатнашыусылар һәр йорттан меңәр һум йыйырға һөйләште, һөҙөмтәлә 156 мең һум аҡса тупланасаҡ. Муниципалитет 252 мең һум бүлә, республика бюджетынан алынасаҡ субсидия күләме - 1 миллион һум. Урындағы фермерҙар һәм эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерәсәк.