Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Әлфиә Миңнулла ҡыҙы яратҡан эшенә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен арнаған. Әле күптән түгел генә немец теле, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән ханым, бер йыл элек ауыл старостаһы вазифаһын да үҙ өҫтөнә алған.
- Ҡул эше менән кемдер ғүмер буйы шөғөлләнә, ә кемдер, минең кеүек, күптән түгел генә тотонған. Йәш саҡта хобби түгел, уның тураһында уйларға ла ваҡыт ҡалмай ине, мәктәп, йәмәғәт эштәре, балалар, йорт мәшәҡәттәре. Былтыр лайыҡлы ялға сыҡтым, өҫтәүенә пандемия ла башланып, ни урамға сығып, ни балалар һәм ейәндәр янына барып булмай, ни фольклор коллективындағы ҡыҙҙар менән репетициялар үткәреү мөмкин түгел. Шул саҡта уйға ҡалдым: беҙҙең нәҫелдә ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эшенә лә оҫта бит әле, - тип һөйләй Әлфиә Миңнулла ҡыҙы.
Пенсияла тормош башлана ғына тиҙәр икән, был хаҡлы ялға сығыусыларҙы дәртләндерергә теләп әйтелгән һүҙҙәр генә түгел. Йыш ҡына тап ошо йәштә буш ваҡыты күбәйгән кеше ысынлап та нимә менән шөғөлләнергә теләгәнен һәм уның ысын шатлыҡ килтереүен аңлай икән.
- Ҡорама ҡорау – өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған шөғөл. Минең нәнәйемдең дә ҡораманан матур япмалары, юрғандары булыуын хәтерләйем, әсәйем дә туҡыма киҫәктәренән әйберҙәр тегә ине. Хәҙер боронғо кәсептәр аҡрынлап тергеҙелһә лә, был эш менән бик аҙҙар ғына шөғөлләнә. Дөрөҫ, өләсәйҙәребеҙ быны бер нәмәне лә исраф итмәҫ өсөн шулай эшләгән һәм иҫке кейем-һалымға икенсе һулыш өргән, ә хәҙер матурлыҡ һәм эксклюзив өсөн генә ҡулланабыҙ.
Бер көндө мин ҡулыма ҡайсы алып, ҡалған туҡымаларҙын ҡорама ҡорарға булдым һәм күп тә үтмәй балалар мендәре эшләп тә ҡуйҙым. Артабан икенсеһен. Шунан япма тектем. Шулай мауығып киттем. Бының бер ауырлығы ла юҡ. Башта туҡыма һайлайһың. Был эшкә ныҡлап әҙерләнергә, төҫтәрҙе тура килтерергә тырышырға кәрәк. Ә инструменттарға килгәндә иһә, бында барыһы ла ябай - энә, еп, ҡайсы, үтек һәм тегеү машинаһы. Әммә тәү сиратта теләк һәм тырышлыҡ булһын. Һәр кемдең дә таланты бар тип уйлайым, уны аса белергә генә кәрәк, - тип йылмая Әлфиә Миңнулла ҡыҙы.