Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2021, 12:45

Мәндәндәр хәүефһеҙлек өсөн тауыш бирә

Республиканың төрлө төбәктәрендә йорттар һәм ҡаралты-ҡуралар яна, ут өлкәндәр һәм балаларҙың ғүмерен өҙә. Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе барыбыҙ өсөн дә бик киҫкен булып ҡала.

Мәндән ауыл Советы халҡы ла был проблеманы кисекмәҫтән хәл ителә торған мөһим мәсьәлә тип иҫәпләй. Сөнки уларҙа янғын һүндереү машинаһы юҡ, бер-бер хәл килеп сыҡһа, Мәндән һәм Иҫке Васильевка ауылдары хәүеф аҫтында ҡаласаҡ.

Шуға ла ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында мобиль янғын комплексы һатып алырға ҡарар иткән. Былтыр улар был программала ошо уҡ мәсьәлә менән ҡатнашҡан булған, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурс һайлап алыуын үтмәгән.

Йомғаҡлау йыйылышында хаҡы яҡынса 503 мең һум булған проект бер тауыштан хупланған. Мәндән ауылы старостаһы, ауыл Советы депутаты Радик Әсәҙуллин етәкселегендә инициатива төркөмө төҙөлгән. Һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға ҡарар иткәндәр. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәмил Мирсәйетов та бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләк белдергән. Ә иң ҙур өмөттәре – программаның һайлап алыу конкурсында еңеп, республика бюджетынан ярҙам алыу һәм, ниһайәт, янғын һүндереү йыһаздары менән тағылма ҡайтартыу.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: