Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Февраль 2021, 13:17

Паралимпиясы Ирек Зарипов спортсыларҙа ҡунаҡта булды

Ул йәш әлшәйҙәрҙең спорт ҡаҙаныштары менән танышты.

Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесенең беҙҙең районға сәфәренең маҡсаты - хакимиәт етәкселеге менән спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу.
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексында һәм ауыр атлетика залында булды. Спорт учреждениеларында булғанда уларҙың эшмәкәрлеге, тренерҙар составы, йәш әлшәйҙәрҙең спорт ҡаҙаныштары менән танышты.
Читайте нас: