Ҡеүәтле Советтар Союзы өсөн туғыҙ йылға һуҙылған һуғыш бөттө, унда 15 меңдән ашыу һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Улар араһында әлшәйҙәр ҙә бар.
2010 йылдан, афған һуғышында ғына түгел, ә башҡа “ҡыҙыу нөктә”ләрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан осорҙа фиҙакәрлек күрһәткән ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә, 15 февраль Ватаныбыҙҙан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнөнә әйләнде.
Һәр ерҙәге кеүек, районда ла ошо көндәрҙә иҫтәлекле датаға арналған тематик саралар, батырлыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙа. Ә 15 февралдә 11 сәғәттә - Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегендә, 15 сәғәттә Раевка ауылының “Тыуған ил-Әсә” монументына һәм обелисктарға сәскәләр һалына.