Ҡаһарман яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советының Отрада ауылында йәшәүселәр ҙә күптән хыяллана. Былтыр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырга тәҡдим иткәс, улар тап бына ошо инициативаны күтәреп сыҡҡан. Йәштәр, Отрада ауылында йәшәүселәрҙең балалары, ейәндәре, бүләләре һәм бында бер генә тапҡыр булһа ла ҡунаҡта булған һәр кеше был ерҙә Советтар Союзы Геройын үҫеүен белһен ине.
Рабовалюк Михаил Иванович 1915 йылдың октябрендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте күрше Баландино ауылында тамамлай, унда яҡын-тирә рус ауылдарынан балалар уҡырға йөрөгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй, Шафранда курстар тамамлай һәм зоотехник булып хеҙмәт һала. Совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда үҙе теләп фронтҡа китә.
1945 йылдың 15 ғинуарында Варшаванан төньяҡтараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә взвод командиры булараҡ, лейтенант Рабовалюк танкыларға ҡаршы пушкалар уты менән уҡсы батальондың тиҙ хәрәкәт итеүен тәьмин итә. Көн аҙағына, Висла йылғаһы ярына етеп, ул беренселәрҙән булып үҙ взводының матди өлөшөн һәм шәхси составын йылғаның көнбайыш ярына күсерә. Рабовалюктың взводы совет ғәскәрҙәренең башҡа подразделениеларына Висланы тиҙ арала кисеүгә һәм уларҙы биләгән позицияларға беркетеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Был алыш өсөн лейтенант Михаил Рабовалюк Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.
Әммә уға Еңеү көнөн ҡаршыларға насип булмай. Ул 1945 йылдың 10 февралендә дәһшәтле алыштарҙың береһендә һәләк була һәм Германияның Бранденбург провинцияһында ерләнә.
Отрадала йәшәүселәр яҡташтарының батырлығын онотмай һәм үҙҙәренең проекты урындағы башланғыстарны хуплау программаһы еңеүселәре араһына инер һәм ауылда Советтар Союзы Геройы Михаил Рабовалюкка, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ватанды һаҡлаған ҡаһарман яугирҙарға һәйкәл ҡуйылыр тип өмөтләнә.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.