Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2021, 17:30

Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнде

РФ Тәфтиш комитеты Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе итеп Синатуллин Илнур Фәнзәл улы тәғәйенләнде.

И. Ф. Синатуллин 1982 йылдың 8 апрелендә Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында тыуған. Юғары белемле – 2004 йылда “Юриспруденция” белгеслеге буйынса Башҡортостан дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Балтас районы прокуроры ярҙамсыһы булып башлай, 2004-2007 йылдарҙа Борай районы прокуратураһы тикшереүсеһе, прокурор урынбаҫары була. 2007-2013 йылдарҙа - Нефтекама район-ара тәфтиш бүлеге өлкән тәфтишсеһе, 2014 йылдан - Октябрьский ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе урынбаҫары, 2016-2021 йылдарҙа - РФ Тәфтиш комитеты БР буйынса идаралығының Дүртөйлө район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: