Сара “Күңелле уйындар сәғәте” конкурс-уйын программаһы менән башланып китте. Ике командаға бүленеп, ҡунаҡтарыбыҙ уйынға бик теләп ҡушылды. Эштәр фаразлай белеүгә, иғтибарлылыҡҡа, күҙәтеүсәнлеккә, зирәклеккә ҡағылды. Остаздар ролендә өлкәндәр булды.
Раевка балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Николай Акимовтың осрашыуға килеүе сараға йәм өҫтәне. Ул балаларға күңелле музыкаль минуттар бүләк итте, гитарала уйнауы һәм йырлауы менән барыһын да таң ҡалдырҙы.
Артабан китапхана буйлап экскурсия үткәрелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын данлыҡлы генерал М. Шайморатов тураһындағы стелла йәлеп итте, уны китапханаға Өфө ҡалаһының үҙәк музейы бүләк иткән. Тамашасылар геройҙың тормошо менән танышты, уның тураһында кинофильмдан өҙөк, китаптар ҡараны.
Балалар шулай уҡ музейҙа булды, унда Еңеү өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙ, шулай уҡ район, Раевка ауылы тарихы, күренекле кешеләр тураһында экспозициялар тәҡдим ителде. Барыһы ла экспонаттарҙы, стендтарҙы, фоторәсемдәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Был көндө арыған, әммә ҡәнәғәт ҡалған балаларға татлы приздар ҙа тапшырылды, улар осрашыуҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Ольга СОЛДАТОВА,
китапхананың бүлек мөдире.