Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 13:36

Республикала йәшәүселәр субсидияларҙан да файҙалана ала

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә социаль яҡлау саралары тәғәйенләү буйынса граждандарға консультация биреү буйынса күп каналлы телефон эшләй. Республиканың бөтә ҡала һәм ауылдары өсөн берҙәм телефон: 8 (347) 200-80-80.

Субсидия торлаҡ-коммуналь хаҡ стандарттарынан сығып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә киткән сығымдар граждандарҙың тулайым ғаилә килеменән артҡан осраҡта тәғәйенләнә.
Атап әйткәндә:
-күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә – 13%;
-70 йәше тулған яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға – 16%;
-70 йәше тулмаған яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға – 18%;
-башҡа категорияларға ҡараған граждандарға – 20%.
Субсидияны алыуға аҙ килемле түбәндәге кешеләр мөрәжәғәт итә ала:
-дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарынан файҙаланыусылар;
-найм килешеүе нигеҙендә шәхси торлаҡ фонды хужаһы;
-торлаҡ кооперативы ағзалары;
-торлаҡ биналары милекселәре.
Айлыҡ аҡсалата компенсация һәм субсидия алыу буйынса үҙ хоҡуғыңды http://rcspn.mintrudrb.ru сайтында онлайн-калькулятор ярҙамында үҙ аллы тикшерергә мөмкин. Социаль яҡлау саралары тәғәйенләнеү тәртибе һәм шарттары, кәрәкле документтар исемлеге хаҡында бөтә мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының https://mintrud.bashkortostan.ru/ (“Эшмәкәрлек”бүлегенең “Социаль яҡлау” бүлексәһендә) һәм республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең http://rcspn.mintrud.ru/ (“Түләүҙәр һәм пособиелар” бүлегендә) сайттарында урынлаштырылған.
Яҙма мөрәжәғәтте [email protected] йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.
Фото:journal.n1.ru
Читайте нас: