Ниғмәтуллала йәшәүселәр был программа тураһында ишетеп кенә белмәй – дүрт йыл элек улар һыу һурҙырғыс башняһын алыштырыу буйынса проект менән конкурс һайлап алыуында еңеү яуланы һәм көнүҙәк проблемаларҙың береһен хәл итә алды. Шуға ла программала ҡатнашыу тәҡдиме өсөн быйыл да бер тауыштан риза булды. Әҙерлек уҙған йыл аҙағында уҡ башланды. 65 йәштән һәм унан өлкәнерәктәр өсөн анкета үткәрелде. Ә декабрь һәм ғинуар айҙарында беренсе йыйылыштар уҙҙы, улар барышында ауыл халҡы ниндәй мәсьәләне үҙҙәре хәл итә ала, ә ниндәй маҡсатҡа республика бюджетыннан финанс ярҙамы алып ҡарарға мөмкин булыуы тураһында фекер алышты.
Тәҡдимдәр күп яңғыраны, әммә йомғаҡлау йыйылышында Үҙәк урамда урынлашҡан зыярат ҡоймаһын төҙөкләндереү мәсьәләһенә туҡталдылар. Күпселек тауыш менән ошо проект менән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға тигән ҡарар ҡабул итте. Һәр йорттан берәр мең һум аҡса йыйырға килештеләр. Яҡташтар ҙа ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Шулай уҡ бағыусылар яҡынса йөҙ мең һумлыҡ ярҙам күрһәтәсәк. Проекттың смета хаҡы - 900 мең һумдан ашыу.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Ниғмәтулла ауылының иң әүҙем кешеләре йыйылышты сәләмәтлек өсөн файҙалы итеп үткәрҙе - саф һауала мәсьәләләр тураһында ғына фекер алышып ҡалманы, саңғыла ла шыуҙы.