Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 11:06

Мәғариф күгендә яңы йондоҙҙар балҡыны

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе иң яҡшы педагогтарҙы асыҡланы

Ярыш сиктәрендә “Йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, ”Йылдың йәш уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы” бәйгеләре уҙҙы.

Илле биш конкурсант – райондың иң яҡшы, иң лайыҡлы, иң ҡыйыу һәм шәп педагогтары өс көн дауамында һөнәри ярышта көс һынашты. Һәләтле хеҙмәттәштәре – уҡытыусыларҙан торған компетентлы жюри баһалаған бөтә һынауҙар артта ҡалды.

Район педагогтарының һөнәри оҫталыҡ конкурсы муниципаль этабын тантаналы ябыу һәм еңеүселәрҙе, лауреаттарҙы, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү сараһы, ғәҙәттәгесә, мәҙәниәт һарайында үтте. Йыл һайын күркәм сараға яңы биҙәктәр өҫтәлә һәм ҡабатланмаҫ миҙгелдәре менән һоҡландыра. Был юлы ла шулай булды. Импровизацияланған тамашала “ғалимдар” бөйөк уҡытыусы образын булдырырға тырышты, әйткәндәй, тап шундай мөғәллимдәр залда ултыра ине.

Һәм бына, улар, бәйгеселәр, байрамса биҙәлгән сәхнәгә саҡырыла. Был хәл иткес һәм тулҡынландырғыс минуттарҙы уларға көс өҫтәп, дәртләндереп торорға мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре лә килгәйне.

Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәт башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов тәбрикләне һәм башҡаларға өлгө булырлыҡ талантлы уҡытыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылған был традицион сараның мөһимлеген билдәләп үтте.

Һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, уҡыусыларына яҡшы белем биреү теләге берләштергән иң яҡшы һөнәрмәндәр иғлан ителде. “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы” конкурсында “Донъя балалар күҙлегенән” номинацияһында 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Людмила Александровна Дергунова диплом менән бүләкләнде. 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Йәмил ҡыҙы Буцкая лауреат исеменә лайыҡ булды. Ә бәйгенең еңеүсеһе – йылдың иң яҡшы “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы” исеме 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әминә Риф ҡыҙы Ризуановаға бирелде.

“Өҫтәмә белем биреү педагогы” конкурсы лауреаты дипломдарына Пионерҙар йортоноң “Акварель” һүрәт төшөрөү ижад берекмәһе педагогы Надежда Владимировна Родионова һәм “Музыкаль тамсы” вокаль берекмәһе педагогы Гөлназ Мәхмүт ҡыҙы Хәкимова лайыҡ булды. Ә Пионерҙар йортоноң “Лидер мәктәбе” берекмәһе педагогы Римма Фирҙәүес ҡыҙы Низамова еңеүсе булды.

“Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсының “Заманса һанлы технологиялар ҡулланыу” номинацияһында - Ыҫлаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Фәнүр ҡыҙы Саматова, “Мәҙәни мираҫты һаҡлаған өсөн” номинацияһында Мәндән ауылынан Инзилә Рәшит ҡыҙы Сираева диплом менән бүләкләнде. Торонтайыш ауылынан Наилә Әүхәт ҡыҙы Сәлмәнова лауреат булды.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында Тавричанка мәктәбенән Клара Зөфәр ҡыҙы Сәрүәретдинова лауреат исемен алды. “Мәҙәни мираҫты һаҡлау” номинацияһында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Фәнүрә Хәмит ҡыҙы Ғәлимова һәм Ниғмәтулла мәктәбенән Рәйлә Марс ҡыҙы Шәйәхмәтова дипломдарға лайыҡ булды. Шафран мәктәбенән Ләйсән Миңлебай ҡыҙы Хәлимова еңеүсе исемен алды.

“Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” бәйгеһендә ун өс ҡатнашыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Гимназиянан Гөлсинә Мәғсүм ҡыҙы Вафина һәм 4-се мәктәптән Галина Николаевна Дрюльченко лауреат исеменә лайыҡ булды. “Рус теле дәресендә төбәк компонентын ғәмәлгә ашырыу” номинацияһында Ыҫлаҡ ауылынан Эльвира Фаил ҡыҙы Байбулатова диплом менән бүләкләнде.

Мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Әхмәт ҡыҙы Чупова конвертты асып, еңеүсене иғлан итә. “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2021” исеме Раевка 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Риф ҡыҙы Даниловаға бирелә.

“Йылдың йәш уҡытыусыһы” конкурсында биш педагог ҡатнашты. Раевка 2-се урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Айҙар Айрат улы Хәлимов һәм Раевка 4-се мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Алина Риф ҡыҙы Ардаширова лауреат булды. Аксен мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Вадим Ринат улы Ҡужәхмәтовҡа еңеүсе исеме бирелде.

Шулай итеп, дуҫтар, иң тулҡынландырғыс минуттар етте. Кем ул “Йыл уҡытыусыһы-2021”? Бәйгелә бит 16 конкурсант! Күптән көтөлгән конверт асыла һәм еңеүсе иғлан ителә. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Лиана Ҡасимхан ҡыҙы Ҡаһарманова иң яҡшы уҡытыусы тип танылды! Башҡа еңеүселәр кеүек, ул да республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында район данын яҡлаясаҡ.

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсының “Ижади эҙләнеү” номинацияһында диплом менән Раевка 2-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Флүр ҡыҙы Мостафина бүләкләнде. Шулай уҡ “Белем биреү процесында тикшеренеү” номинацияһында Әбдрәшит мәктәбенең технология уҡытыусыһы Алия Рәйес ҡыҙы Сөләймәнова, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Ҡармыш мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлсирә Факил ҡыҙы Һәүбәнова, “Педагогик оҫтахана”ла Раевка 4-се урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Наталья Николаевна Кузнецова, “Педагогик һөнәргә тоғролоҡ өсөн” Воздвиженка мәктәбенең математика уҡытыусыһы Люциә Ислам ҡыҙы Павлова ла дипломдарға лайыҡ булды. Лауреаттар иҫәбендә Шафран мәктәбенең математика уҡытыусыһы Наталья Анатольевна Митрофанова һәм Раевка гимназияһының биология уҡытыусыһы Лена Яхъя ҡыҙы Симахина ла бар ине.

Был көндө тағы бер мөһим ваҡиға булды - юғары ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә уҡытыусыға Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһының почет грамоталары, күкрәккә тағылыусы билдәләр тапшырылды.

Уҡытыусыларға алҡыштар, ҡотлауҙар яңғыраған, сәскә бәйләмдәре тапшырылған абруйлы конкурс артта ҡалды. Алда уларҙы көсөргәнешле эш көндәре, оло ҡаҙаныштарға һәм асыштарға әйҙәгән яңы бейеклектәр көтә.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: