Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2021, 12:45

Беҙҙең уҡыусылар призерҙар иҫәбендә

Республикала өлкән класс уҡыусылары араһында фән олимпиадалары дауам итә.

Химия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында Шафран мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Мария Кутьенкова (уҡытыусыһы Т. Н. Горн), йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне буйынса 4-се мәктәптең ун беренсе класс уҡыусыһы Динар Зарипов (Р. Ш. Илекәев) призер булды.
Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала ла өлкән синыф уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының унынсы класс уҡыусыһы Ләйлә Әғзәмова (Р. Ғ. Кәримова), һигеҙенсе класс уҡыусылары Камилла Байрамғолова һәм Карина Фәйзуллина (А. Р. Вәлиева), 2-се мәктәптән Диана Зайвый һәм Азалия Әлимғолова (Ә. М. Миңлеғолова), Раевка гимназияһынан Эвелина Глоба, Данила Исламғолов (Г. Ғ. Кашапова) һәм Юлиә Ғәрифуллина (Р. Ш. Зарипова), 4-се мәктәптән Алтынай Хөснуллина (Ә. М. Баймөхәмәтова) һәм Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең унынсы класс уҡыусыһы Алена Жуковская (М. З. Муллағолова) призерҙар иҫәбенә инде.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: