Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль 2021, 19:15

Ә Ташлыла – ҡышҡы уйындар!

Олоһон да, кесеһен дә бергә йыйған ҙур спорт байрамы сәләмәт йәшәү рәүешенә арналды.

Хәбәр итеүебеҙсә, Ташлы ауылы 2020 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булды. Хәҙер улар районыбыҙ данын республика кимәлендә яҡларға әҙерләнә.

Ташлы – Әлшәй районының иң боронғо һәм бай тарихлы башҡорт ауылдарының береһе, архив документтарында билдәләнгәнсә, уның тураһында тәүге мәғлүмәт 1745 йылда теркәлгән. Ауыл Советы үҙәге Ташлыла урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе бар. Урындағы халыҡ малсылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, үҙ пилорамаһы булғандар төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә, магазиндар эшләй.

Ташлы ауыл Советы яҙыусы Рәис Низамов, фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров, ғалим Сафуан Ғиззәтуллин, дәүләт эшмәкәре Хәмит Мәүлийәров, мең ырыуы башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов, композитор Нурия Абдуллина, йырсылар Рәфисә Әсәҙуллина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева менән дан тота. Оҙаҡ йылдар район хакимиәтенә лә Ташлы ауылында тыуып үҫкән Дамир Мостафин етәкселек итә.

Бай тарихы, йолалары, арҙаҡлы шәхестәре менән дан алған был ауылдың киләсәге лә лайыҡлы булырға тейеш. Тап шуға ла бында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашырға ҡарар итте.

Ең һыҙғанып, халыҡ йыйындары, экологик өмәләр, эскелектең зыяны, сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөктәре тураһында әңгәмәләр һәм, әлбиттә, ижади һәм спорт ярыштары үткәрҙеләр. Ташлы ерендә үткәрелгән «Дим моңо» конкурсы һәм Баян Нафиҡов иҫтәлегенә еңел атлетика кросы әлшәйҙәр араһында ғына түгел, күрше ҡала һәм райондарҙа ла популярлыҡ яулаған.

Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе - Ташлы муниципаль этапта еңеп сыҡты һәм хәҙер финал сығышына әҙерләнә, унда иң айыҡ ауыл исеменә республиканың 54 ауылы дәғүә итәсәк.

- «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу ауылда сәләмәт тормош алып барырға теләгән күп кешеләр өсөн стимул булды, - ти ауыл биләмәһе башлығы Айнур Мурзин. – Бөгөн Ташлыла 456 кеше йәшәй. Рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ауыл Советы, мәктәп кенә түгел, ә имам хатип Вәкил хәҙрәт етәкселегендәге урындағы мәсет тә ҙур роль уйнай.

Ошо көндәрҙә ташлылар тағы ла бер спорт байрамы – олоһонан алып кесеһенә тиклем бергә йыйған ҡышҡы уйындар ойошторҙо. Уйын-көлкө менән, яҡшы кәйефтә үткән был байрамда милли һыйҙар әҙерләнгән өҫтәлдә самауырҙар ҡайнап торҙо, күңелле йырҙар, көйҙәр яңғыраны.

Ауыл халҡын район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Мирғәсим Әкимбәтов тәбрикләне, ул ташлыларҙың республика бәйгеһендә еңеп сығыу йәки призлы урын яулау өсөн бөтә мөмкинлектәре булыуын, иң мөһиме – теләк һәм ынтылыш ҡына кәрәклеген билдәләп үтте. Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов та ярыштарҙа ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Бәйгелә ҡатнашҡан ике командаға ла бик күп һынауҙар аша үтергә кәрәк ине. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән уҡ атыу, арҡан тартышыу, гер күтәреү, санала, саңғыла уҙышыу буйынса көс һынаштылар. Бигерәк тә санаға егелгән аттар ярышы ҡыҙыҡлы үтте. Эстафеталарҙа берҙәмлектә – көс икәнлеген күрһәтергә кәрәк ине. Ярыштар уйын-көлкө, шаян һүҙ менән бик күңелле барҙы. Ике команда ла берҙәм һәм ҡыйыу икәнлектәрен күрһәтте, һәр береһе еңеүгә ынтылды. Ә көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙо. Балалар ҙа бойоғоп ултырманы. Улар өсөн Пионерҙар йорто һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө бәйгеләр һәм уйындар ойошторҙо.

Байрам еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы менән тамамланды, бүләктәр ҙә сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу өсөн тәғәйенләнгәйне. Ташлылар “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе еңеүселәре исемлегенә инмәгән хәлдә лә, ҡышҡы уйындар матур бер йола булараҡ бында һәр саҡ үткәрелеп торор әле.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: