Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль 2021, 10:54

Ике ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Казанка һәм Таштүбә ауылдарында яңы модулле сәләмәтлек пункттары асылды.

Башҡортостанда ауыл медицинаһын тергеҙеү эше әүҙем бара. Республикала халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, шуға ла беренсел ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, иҫке биналарға алмашҡа заманса, бөтә шарттары һәм кәрәкле йыһаздары булған биналар сафҡа инә.

Былтыр республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 94 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Улар махсус проект буйынса һанаулы ғына көндәрҙә төҙөлдө һәм бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары, мебель менән йыһазландырылды. Объекттарҙы төҙөү һәм уларҙы тәьмин итеү өсөн федераль ҡаҙнанан 269 млн һум аҡса бүленгән. Тағы 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы төҙөлгән.

Үткән аҙнала беҙҙең районда ла шатлыҡлы ваҡиға – бер юлы ике урында - Казанка һәм Таштүбә ауылдарында тантаналы рәүештә модулле һаулыҡ һаҡлау пункттары асылды. Бындай пункттар был ауылдарҙа быға тиклем дә эшләгән, әммә уларҙың торошо яҡшыларҙан булмаған. Биналар иҫкергән, пациенттарҙы ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү өсөн шарттар етешмәгән. Хәҙер бер нисә ауыл халҡы өсөн уңайлы мөхиттә тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге тыуҙы. Казанкалағы фельдшер-акушерлыҡ пункты күрше Фән ауылы халҡын да иҫәпкә алып, барлығы 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 104-е - 18 йәшкә тиклемге балалар. Ә Таштүбәләге медицина учреждениеһы, Баязит ауылында йәшәүселәрҙе лә иҫәпкә алып, 200-ҙән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә.

Был ваҡиға ауылдар халҡы өсөн ысын байрамға әйләнде. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса кәңәшсеһе Наил Әбелғужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, Совет секретары Шамил Сәлимов, Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рафаэль Сәйәпов, медицина хеҙмәткәрҙәре, “Шәхси эшҡыуар Абдуллин” төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре килде. Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәге артистары, һәм, әлбиттә, урындағы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары – Казанканың ”Чаровницы” һәм Ташлының “Гөлнәзирә” ансамблдәре сығышы тантанаға йәм өҫтәне.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яҡты, йылы, йыйнаҡ. Һәр береһендә ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙы профилактик тикшереү һәм процедуралар, дарыуҙар һаҡлау, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. Биналарҙа һыу һәм канализация үткәрелгән, телефон, интернет бар, пандус ҡуйылған. Квалификациялы беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү һәм профилактик тикшереүҙәр үткәреү өсөн кәрәкле йыһаздар - электрокардиограф, стерилизатор, глюкоза, холестерин һәм гемоглобин кимәлен үлсәү өсөн ҡан анализаторы, үпкәләргә яһалма вентиляция аппараты, кислород ингаляторы, пульсоксиметр урынлаштырылған.

Яңы шарттарға иң элек медицина хеҙмәткәрҙәре шатланған. Казанкала пациенттарҙы юғары категориялы фельдшер Любовь Ермалаева ҡабул итә. Күрше Адамовка ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Стәрлетамаҡ медучилищеһын тамамлағандан һуң бында эшкә килә Шул ваҡыттан башлап, бына инде 34 йыл ул казанкаларҙың сәләмәтлеге һағында тора. Любовь Ермалаева иҫке бинала эшләгән ваҡыттарын иҫкә алғыһы ла килмәй, медпункт 1957 йылда төҙөлгән булған, һыуҙы ҡойонан ташығандар, түбәһенән һыу үтеп торған...

- Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты шундай уңайлы, бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер бәхет, - ти Любовь Николаевна.

Таштүбәләге пункт фельдшеры Ләлә Вәлиәхмәтова ла ваҡиғаларҙың бындай боролошона бик шат. Әйткәндәй, ул да ошо яҡтарҙан, күрше Баязит ауылында тыуып үҫкән. Ҡасандыр ул Бәләбәй медицина училищеһын тамамлап, Раевка үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған. 10 йыл балалар бүлегендә шәфҡәт туташы була, Таштүбәлә медпункт асылғас, ауылға фельдшер булып ҡайта. 28 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән ханым 18 йыл ауыл фельдшеры вазифаһында хеҙмәт һала.

- Хәҙер эшләгән һайын эшләге килә. Ауыл халҡы яңы медпунктҡа сирләп кенә түгел, профилактик тикшереүҙәр үтеү өсөн дә мөрәжәғәт итһен ине, - тип йылмая фельдшер.

Бөгөн Башҡортостанда 2 меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. 2021 йылда ауылдарҙа йәнә 62 объект асыу ҡаралған. Беҙҙең районда ла модулле медпункттар барлыҡҡа киләсәк. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин билдәләүенсә, быйыл өс ауылда - Ҡармыш, Торонтайыш һәм Сураҡайҙа фельдшер - акушерлыҡ пункттары төҙөү планлаштырыла.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: