Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ тарихында онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Бына инде 75 йыл дауамында сәскәгә төрөнгән майҙың туғыҙынсы көнөндә беҙ Бөйөк Еңеүҙе байрам итәбеҙ. Ул йылдарҙың фажиғәле ваҡиғалары ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын.
Фашистарға ҡаршы көрәшкән совет һалдаттарының батырлығына һәм ҡаһарманлығына арналған мемориалдар Рәсәйҙең һәм Европаның күп кенә ҡалаларында урынлаштырылған. Яу ҡырында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡасабаларҙа һәм ауылдарҙа обелисктар һәм стелалар ҡуйылған. Бындай изге урын беҙҙең ауылда ла бар.
Ибрай ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәр өсөн урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уның ярҙамында ауылдарҙа көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителде, был турала гәзиттә бәйән ителгәйне инде.
Халыҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында артабан да ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 2021 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәлә итеп Яңы Сәпәш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар хөрмәтенә обелиск төҙөү проектын тәҡдим итте. Ысынлап та, обелисктың 1972 йылда төҙөлгән булыуын иҫәпкә алғанда, уны яңыртыу – көн талабы. Йыл һайын ошо урында батырҙарыбыҙҙы иҫкә алып, митингтар үткәрәбеҙ,сәскәләр һалабыҙ.
Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән ҡәһәрле һуғыштың халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Ул һәр ғаиләгә ҡайғы алып килде. Ибрай ауыл Советына ҡараған Яңы Сәпәш, Иҫке Сәпәш, Ибрай, Аҡбирҙе, Шишмә ауылдарынан ғына ла 246 кеше фронтҡа китеп, 131-е тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтманы. Ә Яңы Сәпәштә һуғышҡа тиклем 55 хужалыҡ булған. Ошо бәләкәй генә ауылдан да Тыуған илебеҙҙе яҡларға 87 кеше утлы яуға киткән. Уларҙың 36-һы батырҙарса һәләк булған.
Ваҡыт уҙа, ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафы көндән-көн кәмей. Беҙҙең ауыл Советы биләмәһендә лә бер генә яугир ҡалды, ул - Ибрай ауылынан Зәғифә инәй Ғәзизова.
Илебеҙ тыныслығы, киләсәк быуындың бәхетле тормошо өсөн йәндәрен аямай дошманға ҡаршы көрәшкән яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү - беҙҙең мөһим бурысыбыҙ. Үткәндәрһеҙ киләсәк булмай, тиҙәр. Ошондай изге эштәр эшләйбеҙ икән - быуындар бәйләнешен нығытабыҙ, тарихыбыҙҙы һаҡлайбыҙ. Төҙөләсәк обелиск Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алыу урынына әүерелер, тигән ышаныста ҡала халыҡ.
Проектта еңеп сығып, хөкүмәттән ярҙам алыуға өлгәшеү өсөн, әлбиттә, йыйылышта һайлап ҡуйылған инициатив төркөмдөң дә әүҙем булыуы талап ителә. Был төркөм исемлектәрҙе тикшереп, барлап сығырға тейеш – бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмаһын ине.
Альмира ҒАФФАНОВА,
инициатива төркөмө ағзаһы.
Яңа Сәпәш ауылы.