Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2021, 12:05

Төбәк менән идара итеү үҙәге эше хаҡында

Төбәк менән идара итеү үҙәге төҙөлөүе - республиканы һанлаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук” селтәрендә республикалағы һанлаштырыу эше барышы тураһында яҙып сыҡты. “Һанлы дәүләт идаралығы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был бурыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттарына тура килә.

“Төбәк менән идара итеү үҙәге төҙөлөүе тураһында һөйләгәйнем инде. Был – республиканы һанлаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө. Үҙәк юғары технологиялы буласаҡ һәм беҙгә тиҙ эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, республикалағы демографик хәлде анализлағас, система үҙе үк ҡасанға күпме балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөргә кәрәк икәнлеген һанап сығарасаҡ. Беҙ әле лә шулай һанайбыҙ, әммә Төбәк менән идара итеү үҙәген эшкә ҡушҡас, алдан күҙаллауҙың сифаты күпкә яҡшырасаҡ. Санкт-Петербургтағы шундай мәғлүмәт-аналитика үҙәге күп йылдар инде урындағы власть органдарының айырым эш йүнәлештәрен автоматлаштырыу буйынса проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Әле беҙҙең ҙур проекттар буйынса алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уларҙың бай тәжрибәһе бар. Февраль айында унда барырға йыйынабыҙ. Хеҙмәттәшлек итергә уйыбыҙ бар. Тәжрибә уртаҡлашыуҙа иң яҡшы өлгөләрҙе үҙләштерергә кәрәк.

Әле беҙ үҙәкте әүҙем һанлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Министрлыҡтарҙы ла был эшкә йәлеп итәбеҙ. Унда һаулыҡ һаҡлау, юлдар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм финанстар өлкәһендә төрлө муниципалитеттар буйынса төплө аналитиканы күрергә була.

Һаулыҡ һаҡлау тармағын алайыҡ, мәҫәлән. Мин кисә был турала яҙҙым. Бында дүрт бүлек бар: демография, амбулатор ярҙам күрһәтеү, ашығыс медицина ярҙамы һәм стационар ярҙам күрһәтеү. Уларҙың һәр береһендә тыуым, үлем, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм сирлеләр, өйҙә йәки дауаханала дауаланған ауырыуҙар, дауаханаларҙағы буш урындар һаны, шулай уҡ һәр йүнәлеш буйынса күҙәтелгән динамика мәғлүмәттәре яңыртылып тора. Һандар күп. Һәр береһен һанап бөтөрлөк түгел. Әйткәндәй, машинаның тап ҙур мәғлүмәт күләмен эшкәртә алыу мөмкинлеге уның төп өҫтөнлөгө лә инде.

Тулыһынса һанлаштырыу ваҡыт талап итә. Ә бының өсөн нигеҙҙәр бөгөндән кәрәк. Шуға күрә Хөкүмәткә уларҙы туплау алгоритмын һәм анализ методологияһын әҙерләү бурысын йөкмәттем. Һәр дүшәмбе минең алдымда республика иҡтисады һәм финансы, беҙҙәге бөтә процестар тураһында иң һуңғы мәғлүмәт ятырға тейеш. Бурысты үтәү срогы – ете көн. Ҡарарбыҙ, нимә килеп сығыр. Бөтәһен дә шул тиклем тиҙерәк һынап ҡарағы килә”.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в