Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2020, 11:34

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты

Башҡортостанда Экспортҡа сығарыусылар клубы барлыҡҡа килеүе хаҡында республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, был башланғыс менән республика эшҡыуарҙары сығыш яһаған.

“Был бик яҡшы башланғыс тип уйлайым, сөнки клуб эшҡыуарлыҡ менән властың үҙ-ара эшмәкәрлеге өсөн яңы майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Экспортҡа сығарыусылар араһында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса тәжрибә уртаҡлашыуҙың һөҙөмтәле инструментына әйләнәсәк”, – тип белдергән Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева башҡорт экспортҡа сығарыусылары менән осрашыуҙа.

Бынан тыш, осрашыуҙа әле, пандемия осоронда, республика Хөкүмәте эшҡыуарлыҡҡа күрһәткән ярҙам саралары хаҡында һөйләшеү булған. Экспортҡа сығарыусылар билдәләүенсә, бүленгән субсидиялар эшҡыуарлыҡты һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән. Дәүләт комитеты һәм республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге Рәсәйҙең башҡа илдәрҙәге сауҙа буйынса вәкилдәре менән ойошторған видеосрашыуҙар һәм онлайн бизнесс-миссиялар ярҙамында экспорт буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Әйткәндәй, әле Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты өс төр – транспортировкалау, халыҡ-ара сертификатлау һәм “экспорт кэшбэгы” буйынса – субсидия бирә.

Үҙ сиратында Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге эшҡыуарҙарҙы акселерация экспорт программаларына өйрәтә, тауарҙарҙы халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа рәсмиләштереү, урынлаштырыу буйынса ярҙам итә, предприятиеларҙың экспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай консультация хеҙмәттәрен күрһәтә. Ә был – ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп бурыстарының береһе.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: