Бындай һынауҙарҙы берәүгә лә күрергә яҙмаһын. Әммә ошондай ауыр ваҡытта беҙ яңғыҙ ҡалманыҡ. Бик күптәр, таныш һәм таныш булмағандар ҙа, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ һәм бөтә ауылдаштарыбыҙ, үҙебеҙ эшләгән “Шафран” шифаханаһы коллективы, бик күп әлшәйҙәр – барыһы ла матди һәм рухи ярҙам күрһәтте. Улай ғына ла түгел. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән – Санкт-Петербургтан, Себерҙән, Татарстан тарафтарынын, хатта Германиянан да шылтыратып ҡайғыбыҙҙы уртаҡлаштылар. Бөтәһе лә һуңғы тиндәре менән бүлешергә әҙер ябай кешеләр. Бер баланың ярҙам йөҙөнән 10 һум аҡса ебәргәнен бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа һәр кем үҙе өсөн генә йәшәй тип уйлап, ныҡ яңылышабыҙ, улай түгел икән. Был донъяла изге күңелле кешеләрҙең күберәк булыуын аңланыҡ. Рәхмәтебеҙҙе һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!