Балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшәү менән Ольга Анатольевна студент йылдарынан, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡыған осорҙа уҡ мауыға башлай. “Һөнәрселек дәрестәрендә оҫтаның серенә төшөнөү һәм кәрәкле форманы килтереп сығарыу өсөн бер һыҙғыртҡысты сәғәттәр буйы әүәләй инем”, - тип йылмайып иҫкә ала ул. Уйынсыҡтар яһау стипендияға ла ярайһы ғына өҫтәмә бирә: Ольга ире менән йыш ҡына китап йәрминкәһенә һыҙғыртҡыстарын да һатыуға алып сыға.
Биш йыл уҡыу һиҙелмәй ҙә үтеп китә, унан һуң яратҡан шөғөлө менән бер нисә йылға хушлашырға торорға тура килә. Ул ваҡытта тормош иптәше Сыбаркүл хәрби часында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Тәүге балалары Игорь ҙа ошонда донъяға килә. Хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, Тавричанка ауылына ҡайталар, Ольга ауыл мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Күп ваҡыты сценарийҙар яҙыуға, байрамдар ойоштороуға, ансамбль, түңәрәк, йорт, хужалыҡ эштәренә китә. Ҡыҙҙары Анна һәм улдары Александр тыуа, мәшәҡәттәр һәм хәстәрлектәр ҙә арта, ҡыҫҡаһы, Ольганың уйынсыҡтар яһауға бөтөнләй ваҡыты ҡалмай.
Бер ваҡыт ире менән иҫке генә муфель мейесе табып алалар, ул балсыҡ әүәләү эшенә яраҡлы булып сыға, ә балсыҡты урындағы быуа ярынан алырға мөмкин. Аҙ ғына буш ваҡыты килеп сығыу менән Ольга әүәләү эшенә тотона. Шулай итеп, Грачевтар йортонда, хәҙер инде Раевка ауылында, Дымково, Каргополь, Абашев уйынсыҡтары мотивтары буйынса биҙәкләнгән матур балсыҡ сувенирҙар барлыҡҡа килә. Тиҙҙән оҫтаны төрлө күргәҙмәләргә саҡыра башлайҙар, уның эштәре ҙур уңыш ҡаҙана. Шундай уйынсыҡтарҙың береһе – “Әлшәй сапсаны” сувенир-һыҙғыртҡысы менән ул, иң яҡшы сувенир оҫтаһы булараҡ, “Туристик сувенир” бөтә Рәсәй конкурсы финалына саҡырыла.
Күңеле менән Ольга һәр саҡ ирекле ижад итеү өсөн оҫтахана булдырыу, унда теләге булған һәр кемдең балсыҡтан уйынсыҡ яһап ҡарауы, балаҫ һуғыу станогында биҙәктәр аҫалауы тураһында хыяллана... Һәм бына уның хыялдары тормошҡа аша.
- Яҡындарымдың хуплауы һәм конкурстарҙа еңеүем яңы башланғыстарға илһамландырҙы. 25 йыллыҡ ижади тормошомда башҡалар менән уртаҡлашырлыҡ тәжрибә тупланым. Халыҡ кәсептәренең мөғжизәһе, балсыҡ уйынсыҡтар, бөтә донъяға билдәле сувенирҙарҙы үҙ ҡулдарың менән әүәләп ҡарау мөмкинлеге тураһында һөйләргә теләйем, - ти оҫта.
Тәүҙә Грачевтар күршеләге буш йортто һатып ала. Унда ремонт яһап, оҫтахана эшләйҙәр. XXI быуат балаларына боронғо атмосфераға инеүе еңелерәк булһын өсөн, бүлмәне үткән быуаттың төрлө ҡомартҡылары - талдан үрелгән кәрзиндәр һәм тауыҡ оялары, иләк һәм һөҙгөстәр, сабаталар, бысаҡтар, герҙәр һәм бик күп башҡа әйберҙәр менән тулыландыралар. Иң төп урынды, әлбиттә, Дымков, Каргополь, Романовский, Хлуднев, Абашев һәм Торжок өлгөһөндә етештергән балсыҡ уйынсыҡтар ала. Шулай уҡ балаҫ һуғыу станоктарының өс төрө, билбау үреү өсөн ҡулайламалар урынлаштырылған. Айырыуса өләсәһе Пикалова Татьяна Петровнаның туҡыу станогы оҫта ханым өсөн үтә лә ҡәҙерле. Заманында өләсәһе ошо станокта кесерткән һәм киндер сүсенән кейем теккән. Грачевтар йорттоң элекке хужаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Төхвәтов Шәмсулла Сәфиулла улынан ҡалған әйберҙәрҙе лә ҡәҙерләп һаҡлай. Фронтовик бик яҡшы балта оҫтаһы булған, һандыҡтар, биҙәкләп тәҙрә яңаҡтары, рамдар эшләгән. Бөтә был әйберҙәр бөгөн музей экспонатына әйләнгән...
Хәҙер тиктормаҫ оҫтаның хыялы – музейҙан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәһен. Киләсәктә бында мауыҡтырғыс экскурсиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үтер, тип ышана ул. Кем белә, бәлки, музейға килеүселәр араһында Ольга Грачева кеүек халыҡ кәсептәрен үҙ итеп, балсыҡ уйынсыҡтар яһаусы оҫталар ҙа булыр.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.