Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2020, 13:36

Иғтибар: юлдарҙа - ҡырағай йәнлектәр

Башҡортостанда быйыл йыл башынан ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 53 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, илебеҙ өсөн мөһим проблемаларҙың береһе хәл ителә – юлдар селтәре киңәйтелә. Тик бына уларҙың йыш ҡына урман-тауҙар буйлап үтеүе фажиғә сәбәбенә әйләнә: транспорт сараһына идара иткән кешеләр үҙҙәре лә, ҡырағай йәнлектәр ҙә йәрәхәтләнә йәки һәләк була.
Башҡортостанда быйыл йыл башынан ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 53 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Күбеһе - боландар, шулай уҡ ҡабандар һәм ҡоралайҙар. Был ҡырағай йәнлектәрҙең күсенеп йөрөүе менән дә бәйле. Улар трассаны тиҙ генә үтергә тырыша һәм тирә-яғына ҡарамай. Шуға үҙҙәренә хәүеф менән янаған транспорт сараһын күрмәйенсә, тәгәрмәс аҫтына эләгә.
Бына ошондай ҡыҙғаныс хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы водителдәргә юлдарҙа, бигерәк тә кис һәм төндә иғтибарлы булыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Урманлы урындарҙы үткәндә һәм “Ҡырағай йәнлектәр” тигән билдә алдынан тиҙлекте кәметеүегеҙ һорала. Әгәр юл-транспорт ваҡиғаһы бына ошондай билдә ғәмәлдә булған урында теркәлһә, водителгә йәнлектәр донъяһына килтергән зыянды ҡаплау ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы статьяһы буйынса яза ла ҡаралған. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине: ҡырағай йәнлектәр кешеләрҙең ҡурсалауына һәм яҡлауына мохтаж. Милли проекттың маҡсаты ла тап хәүефһеҙлеккә йүнәлтелгән.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас: