Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2020, 12:16

Йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, илдә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сәләмәтлегенә арналған Бөтә Рәсәй акциялары үтә.

Акцияларҙың төп маҡсаты – кешеләргә үҙең тураһында хәстәрлек күреүҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын һәм ваҡытында квалификациялы ярҙам алыуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрөү. Йөрәк ныҡлы сәләмәтлек билдәһе генә түгел, ә мөхәббәт символы ла, унһыҙ бәхетле кеше булыу мөмкин түгел. Беҙ һеҙҙе йөрәгегеҙҙе яратырға һәм уның мәнфәғәттәрендә яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға саҡырабыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм, аҙ хәрәкәтләнеү, ултырып эшләү рәүешен үҙ иткән кешеләрҙә артериаль гипертония үҫеше әүҙем, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндәр менән сағыштырғанда 20-50 процентҡа юғарыраҡ, - тип билдәләне “Милли өҫтөнлөктәр” ойошманың генераль директоры София Малявина.

“Рәхмәт, йөрәк!” акцияһына ярашлы, Takzdorovo.ru порталында махсус бүлек булдырылған. Маҡсаты – кешеләргә гипертония үҫеше хәүефе, уның билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү, сирҙе иҫкәртеү һәм контролдә тотоу. “Ирекмәндәр-медиктар” ойошмаһы менән берлектә үткәрелгән “Йөрәктәрҙе һаҡлап” акцияһы йөрәк сәләмәтлеген тикшерергә ярҙам итәсәк. Мини-уйындар, квиз-викториналар, скандинав йөрөүе, күнегеүҙәр һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үткәреләсәк. "Оберегая сердца.рф” сайтында бөтә файҙалы мәғлүмәтте табырға мөмкин. Өҫтәүенә унда сәләмәтлегегеҙҙе баһалау өсөн тест үтә, алдағы 10 йылға һаулығығыҙ торошон күҙаллай аласаҡһығыҙ.

- Бөгөн йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып тора.”Йөрәктәрҙе һаҡлап” акцияһы халыҡтың сәләмәтлекте һаҡлау буйынса белемен арттырыуҙа һәм сирҙәр үҫеше хәүефен кәметеүҙә ҙур роль уйнар тип уйлайым, - тине “Ирекмән-табиптар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Павел Савчук.

Статистиканан күренеүенсә, илдә артериаль гипертониянан кешеләрҙең 40 проценты яфалана. Артериаль баҫымдың 140/90 кимәлдән юғарылығы һеҙҙә сирҙең булыуын раҫлай.

Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе үтәргә тырышығыҙ: кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ, физик көсөргәнеште арттырығыҙ, тоҙҙо аҙ ҡулланағыҙ, туҡланыу режимын теүәл үтәгеҙ, артериаль ҡан баҫымын көн дә яҙып барығыҙ. Шул саҡта йөрәгегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер!

Фото:pixabay.com

Читайте нас: