Өфө районың бер ауыл хужалығы предприятияһында генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ир-кеше эшенән бушатыла. Ул был факт менән ризалашмай, хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.
Суд уның талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм ойошма етәкселегенән хеҙмәткәрҙе бушатылған вазифаһында тергеҙеүҙе, ир-кешегә сараһыҙҙан барлыҡҡа килгән прогул ваҡыты өсөн эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсация – бөтәһе 1 млн һумдан ашыу аҡса түләүҙе талап итә.
Башҡарыу эше сиктәрендә суд приставы предпритияның етәкселегенә суд ҡарарына ярашлы ир-кешене вазифаһын тергеҙергә һәм тейешле түләүҙәрҙе башҡарырға тигән талап ҡуя. Шулай уҡ, был талаптар ваҡытында теүәл утәлмәгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһының енәйәт кодексының 315-се статьяһына ярашлы, ғәйепле кешеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы тураһында иҫкәртеү тапшырҙы.
Предприятияның вазифалы кешеләре суд пристав талаптары буйынса ир-кешене эш урынында тергеҙеү тураhында бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсацияны тулыhынса түләй.
Рәсәй Федераль суд приставтарының матбуғат хеҙмәте.